Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2020, 14:20

Республикала 75 мәктәпкә Советтар Союзы Геройҙары исемдәре бирелә

Республиканың 75 мәктәбенә Советтар Союзы Геройҙарының исемдәре бирелә. Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, саралар «Ғорурланабыҙ! Хәтерләйбеҙ! Хөрмәт итәбеҙ!» йәштәр-илһөйәрлек акцияһы барашында уҙғарыла.

«Был идеяны Артур Әхмәтханов тәҡдим иткәйне. Беҙ уны хөрмәтләп иҫкә алып, акцияны тормошҡа ашырырбыҙ», — тине йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов коллегияның киңәйтелгән ултырышында.
Бынан тыш, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнгән йылда 8 майға фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙға һәйкәл асыу күҙаллана. 9 майҙа Өфөлә тантаналы парад, «Үлемһеҙ полк» акцияһы, «Ватан» этнопаркында концерт һәм байрам салюты була.
Читайте нас: