+4 °С
Болотло
Антитеррор
Вк
Ок
Телеграмм
Дзен
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
10 Март 2020, 13:15
Башҡортостанға коронавирусты билдәләү өсөн тест-системалар алып киленде
Башҡортостанға коронавирусты билдәләү өсөн тест-системалар алып киленде. Уларҙы Новосибирскиҙың «Вектор» институты ғалимдары уйлап тапҡан.
Башҡортостанға коронавирусты билдәләү өсөн тест-системалар алып киленде. Уларҙы Новосибирскиҙың «Вектор» институты ғалимдары уйлап тапҡан. «Башҡортостан» ДТРК-һы Башҡортостан Республикаһы Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казакка һылтанып хәбәр итеүенсә, тикшереүҙәр полимераза-сылбыр реакцияһы алымы менән үткәрелә. Һөҙөмтә һигеҙ сәғәттән үк әҙер була. Белгестәр 400-гә яҡын материалды тикшергән дә инде, улар араһында коронавирус асыҡланмаған.
Бер үк ваҡытта өлгөләрҙе тикшереү өсөн Новосибирскиға ебәрәләр, шул рәүешле табиптар вирустың булыуы йәки булмауы хаҡында ике һөҙөмтә ала.
"Башинформ" сайтынан.
Фото: yandex.by
Читайте нас:
Беҙ - телеграмда!
Ошонда баҫып, "Урал" гәзитенең телеграмм каналына рәхим итегеҙ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять