Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2020, 14:15

Байрам матур үтте

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар кѳнѳ уңайынан Абҙаҡ ауыл клубында “Һѳйгәндәр һәм матурҙарға” исемле күркәм сара уҙҙы.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар кѳнѳ уңайынан Абҙаҡ ауыл клубында “Һѳйгәндәр һәм матурҙарға” исемле күркәм сара уҙҙы.
Ринат Мәшүров, Фидан Ноғоманов, Айрат Вәлиев тарафынан мауыҡтырғыс итеп алып барылған байрам концерты дәртле бейеүҙәргә, йыр-моңға, шиғырҙар һәм ҡотлауҙарға ғәйәт бай булды. “Хазина” фольклор ансамбленең шаян таҡмаҡтары, “Яулыҡ” бейеүе, Вәсилә Хәзиева, Эльвина Мостафина, Розалина Арыҫланова, Адель Йомағужина, Алина Кәримова, Арина Хажина башҡарыуында моңло йырҙар күңелдәргә ял һәм кинәнес бирҙе. Иҙел Әҙелмырҙин, Самир Усманов атлы егеттәр иһә гүзәл заттарҙы тасуири шиғырҙары менән һѳйѳндѳрҙѳ. “Ѳлкәр” бейеү ансамбленең “Бѳрлѳгән”, “Ҡурай”, “Батмус” һәм заманса бейеүҙәре берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.
Сара һуңында Абҙаҡ ауыл клубы етәксеһе Гүзәл Ғәли ҡыҙы Цыпленкова “Хазина” фольклор ансамбле ағзаларына Абҙаҡ ауыл хакимиәтенең бүләктәрен тапшырып, һәммәһен дә байрам менән тәбрик ҡылды.
Мәҙинә ШОҠОБАЕВА.
Абҙаҡ ауылы.
Читайте нас: