Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2020, 14:40

Премьер-министр урынбаҫарының эш сәфәре

11 мартта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров эш сәфәре менән Белорет ҡалаһында булып китте. Эш сәфәре барышында Премьер-министр урынбаҫары муниципаль инфраструктураның сәнәғәт предприятиеларын, социаль учреждениеларын һәм объекттарын ҡараны.

11 мартта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров эш сәфәре менән Белорет ҡалаһында булып китте. Эш сәфәре барышында Премьер-министр урынбаҫары муниципаль инфраструктураның сәнәғәт предприятиеларын, социаль учреждениеларын һәм объекттарын ҡараны.
Ошо уҡ көндө муниципаль район хакимиәтендә район Советының сираттағы сессияһы үтте. Сессия эшендә Өфөнән килгән етәкселәр ҙә ҡатнашты. Белорет районы Советы депутаттары ҡарары менән контракт нигеҙендә Андрей Иванович Иванюта муниципаль район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.
Премьер-министр урынбаҫарының эш сәфәре иң ҡеүәтле предприятие һаналған - Белорет металлургия комбинатынан башланды. Металлургия комбинаты илебеҙҙә метиз етештереүсе алдынғы өсәү иҫәбенә инә һәм канат, сым сығарыуҙа ла алдынғылар рәтендә һанала. Шулай уҡ Рәсәйҙә диаметры 0,009 миллиметрға тиклем булған микросым етештереүсе берҙән-бер предприятие булып иҫәпләнә.
- Белорет заводы бөтә Рәсәйгә генә түгел, сит илгә лә билдәле булған продукция етештерә. Оҙаҡламай предприятиела ҡорос сым-канат производствоһы модернизацияланасаҡ. Проект республика Хөкүмәтенән ярҙам алды. Заводтың экспорт йүнәлешен иҫәпкә алып, ошондай предприятиелар өсөн яҙғы осорҙа йөк ташыу буйынса сығымдарҙы ҡаплау проекты әҙерләйбеҙ. Эшлекле әүҙемлек кәмергә тейеш түгел, - тине Андрей Геннадьевич.
Делегация Белорет металлургия комбинатының генераль директоры Сергей Федоров оҙатыуында прокат цехында булды, катанка әҙерләү барышын ҡараны. Шулай уҡ нефть-газ һәм башҡа тармаҡтар, күпер һәм суднолар төҙөү, шул иҫәптән импортты алыштырыусы продукция етештереү өсөн күп шәлкемле канаттар производствоһы менән танышты.
Артабан беренсе вице-премьер “Новобрикс” Белорет кирбес компанияһы” йәмғиәтендә булды. 2017 йылдан завод Европа технологиялары буйынса гиперпресланған облицовкалы кирбес һәм тротуар плиткаһы етештерә. Заводтың ҡеүәте йылына 13 млн. кирбес етештереү.
- Заман производствоһы ваҡыт үтеү менән сифатлы плитка һәм кирбес етештереүҙе арттырасаҡ ҡына. Ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү йәһәтенән муниципалитеттарға бындай эшмәкәрлек мөһим, - тине сәфәр барышында Андрей Назаров.
Республика менән берлектә белореттар ҙа Башҡортостанда быйыл үтәсәк IV Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнә. Көнсығыш зонаға ҡараған Иҙел башына Германия, Албания, Гватемала, Ҡырғыҙстан, Латвия, Парагвай, Америка Ҡушма Штаттары, Таиланд, Черногория һәм Эквадор илдәренән 300-гә яҡын ҡунаҡ килеүе көтөлә. Районда төп саралар ике майҙансыҡта - “Металлург” кинотеатры алдында һәм Инйәр ауылында үтәсәк. Андрей Геннадьевич халыҡ-ара мәҙәни форумға Белореттың әҙерлеген дә тикшерҙе.
Делегация һуңынан ярты быуат элек төҙөлгән 20-се мәктәпкә юлланды. Бөгөнгө көндә ике сменала уҡытыу алып барылған мәктәп капиталь ремонтҡа мохтаж. Ҡыйығын, тәҙрә-ишектәрен алыштырыу, электр-йылылыҡ системаларын яңыртыу талап ителә. Мәктәп директоры Владимир Сатаров әйтеүенсә, спорт залы һәм ашхана өсөн айырым бина төҙөү мотлаҡ. Белем учреждениеһын ҡарап сыҡҡандан һуң, вице-премьер ремонт эштәренең ыңғай хәл ителеренә вәғәҙә бирҙе. Һуңынан сығарылыш уҡыусылары, кадеттар менән осрашты.
“Морат” тау саңғыһы курорты майҙансығында йылына 250 мең туристы ҡабул итеү мөмкинлеге булған ғаилә курорты булдырыу перспективаһы буйынса фекер алыштылар. Был бөгөнгө һандарҙан биш тапҡырға арта. Бының өсөн инвесторҙар ҡатнашлығында тау саңғыһы трассаларын арттырыу, яңы рекреацион һәм туристик объекттар - ял комплекстары, концерт һәм кәңәшмә залдары менән ҡунаҡхана, шулай уҡ кәрәкле инфраструктуралар төҙөү планлаштырыла.
Андрей Назаров етәкселегендәге делегация шулай уҡ ҡаланың 3-сө мәктәбендә лә булып, йәш спортсылар менән осрашты, бокс буйынса күнекмәләрҙе ҡараны. Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгендә лә булды. Муниципаль район хакимиәтендә үткән сессия ултырышында ҡатнашты, район-ҡаланың киләсәге, үҫеше тураһында һөйләне.
Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Андрей Назаровты эш сәфәрендә Белорет районы муниципаль район хакимиәте башлығы булып тәғәйенләнгән Андрей Иванюта, шулай уҡ ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов, сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Филюс Миназов, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков һәм башҡа вазифалы етәкселәр оҙатып йөрөнө.
Читайте нас: