Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Март 2020, 22:10

"Башҡа маршруттарҙы ла тәьмин итәсәкбеҙ"

Стәрлетамаҡ, Ишембай, Раевка, Дәүләкән, Саҡмағош, Архангел һәм Благовещен маршруттары буйлап өр-яңы һәм уңайлы автобустар йөрөйәсәк. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе.

Стәрлетамаҡ, Ишембай, Раевка, Дәүләкән, Саҡмағош, Архангел һәм Благовещен маршруттары буйлап өр-яңы һәм уңайлы автобустар йөрөйәсәк. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе.
“Был – быйыл республикабыҙға килгән уңайлы автобустарҙың 40 берәмектән торған тәүге партияһы. 2020 йылда барыһы 527 ҙур һәм урта һыйҙырышлы автобус алырға планлаштырғанбыҙ. Улар килгән һайын башҡа маршруттарҙы ла тәьмин итәсәкбеҙ. Беҙҙең техник йөкләмә буйынса, етештереүсе пассажирҙарҙың уңайлылығы өсөн комплектлауға багаж өсөн өҫкө кәштәләр һәм һәр ултырғыс өҫтөнә шәхсән яҡтыртҡыс өҫтәне. Бынан тыш, бар автобустар ҙа “Алға” берҙәм картаһы буйынса түләү өсөн терминал менән тәьмин ителгән”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы.
“Форд Транзит” маркалы автобустар мөмкин тиклем хәүефһеҙ һәм пассажирҙар өсөн уңайлы. Улар яҡшы ултырғыстар, ышаныслы хәүефһеҙлек ҡайыштары, ГЛОНАСС навигациялы юлдаш системаһы, тахографтар, кондиционерҙар һәм өҫтәмә йылытҡыстар менән тәьмин ителгән. Әйткәндәй, республикала автобусҡа өҫтөнлөк биргәндәр артҡандан-арта. Былтыр, мәҫәлән, был төр транспортта 402 миллиондан ашыу пассажир ташылған.
Бөгөн республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов яңы автобустарҙың асҡыстарын тапшырҙы.
“Тармаҡта ҡуйылған маҡсат – пассажирҙар өсөн автобустарҙағы шарттарҙы автомобилдәге кеүек уңайлы итеү. Был – күп планлы эш. Ул хәрәкәт итеү составын һәм маршруттар селтәрен яңыртыуҙы ла үҙ эсенә ала”, – тине Тимур Мөхәмәтйәнов.
Читайте нас: