Ҡотҡарыу хеҙмәтенә Сермән ауылында Ағиҙел йылғаһы эргәһендәге йырын аҫтында кеше ултырыуы һәм уның ҡапыл күҙҙән юғалыуы тураһында хәбәр килә.
"Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте" хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ ваҡиға урынына сыға. Водолаздар 1964 йылғы ирҙең үле кәүҙәһен һыу аҫтынан табып, полицияға тапшырған”, - тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Ир иҫерек булған, тип фаразлана. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Йылға-күлдәр боҙҙан асыла башланы. Яҙғы ташҡын мәлендә айырыуса һаҡ булайыҡ!