Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Март 2020, 22:35

Белорет ҡыҙы - "Евровидение"ла

Белоретта тыуып үҫкән, билдәле “Ленинград” төркөмө йырсыһы Флорида Чантурия майҙа Нидерландыла үтәсәк “Евровидение-2020” музыкаль конкурсында сығыш яһаясаҡ.

Белоретта тыуып үҫкән, билдәле “Ленинград” төркөмө йырсыһы Флорида Чантурия майҙа Нидерландыла үтәсәк “Евровидение-2020” музыкаль конкурсында сығыш яһаясаҡ.
Флорида урындағы 17-се гимназияны тамамлағас, Санкт-Петербургка күсә. 2016 йылда "Ленинград" төркөмөндә сығыш яһай башлай.
Флорида Чантурия донъя кимәлендәге музыкаль конкурста "Little Big" төркөмөнөң панк-рейв составында сығыш яһаясаҡ. Яҡташыбыҙ төшкән "Uno" клибының премьераһы "Беренсе канал"дың "Вечерний Ургант" тапшырыуында күрһәтелде.
Әлбиттә, белореттар Флориданың уңышына сикһеҙ ҡыуана. Йәш йырсыға уңыштар теләйҙәр.
Читайте нас: