Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Март 2020, 21:25

Туризм иғтибар үҙәгендә

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ эшен асыусыларға төрлө яҡлап ярҙам итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта эшҡыуарлыҡ сәғәте форматында сираттағы кәңәшмәһендә ике проектты ҡараны.
"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡатнашыусы ҡалала туризмды үҫтерергә, туристар өсөн ҡунаҡ йорттары төҙөргә планлаштыра. Бының өсөн күҙаллаған ер участкалары баҡсасылар ширҡәте биләмәһендә урынлашҡан. Инвестор ошо ерҙә эшҡыуарлыҡ алып барыу буйынса кәңәш һораны.
Икенсе эшҡыуарҙың уй-ниәттәре лә туризм өлкәһенә ҡағыла, ул ҡалала магазин төҙөп, унда бал, ҡымыҙ, ҡорот кеүек милли продукция һатырға уйлай. Инвесторҙың продукция етештереү һәм һатыу өсөн бөтә мөмкинлектәре бар. Ул ҡала ситендә сауҙа нөктәһе өсөн ер участкаһы бүлеүҙәрен һораны.
Андрей Иванюта инвесторҙарҙың инициативаларын хуплауын белдерҙе, гүзәл тәбиғәтле Белоретта туризмды үҫтереүгә иғтибар биреләсәген билдәләне. Яуаплы ведомстволарға инвесторҙарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡушты.
Читайте нас: