Хөрмәтле яҙылыусылар, беҙ Башҡортостанда коронавирус буйынса көнүҙәк мәғлүмәттәрҙе бирә башлайбыҙ.Беҙ сир йоҡторғандар һәм ошо тема менән бәйле мөһим яңылыҡтар тураһында яҙырбыҙ.Кисә һәм бөгөн иртән нимәләр билдәле булды:- 17 мартҡа мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 41 кеше, коронавирус йоҡтороуға шикләнеп, дауаханаға урынлаштырылды, уларҙың алтауһы - балалар. Бөтәһенең дә хәле тотороҡло.
РЕСПУБЛИКАЛА РАҪЛАНҒАН СИРЛЕЛӘР ЮҠ.- КХЛ Гагарин кубогын туҡтатты. «Салауат Юлаев» менән «Аҡ Барыҫ»тың 18 мартта башланырға тейешле уйындары кәмендә бер аҙнаға күсерелде;- Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм БДПУ дистанцион уҡыу индерә. Ләкин карантин тураһында хәбәрҙәрҙе кире ҡаҡтылар;- «Тоталь диктант-2020» көҙгә күсерелде;- Башҡортостанда 1000-дән ашыу кеше ҡатнашҡан барлыҡ саралар (мәҙәни, спорт, эшлекле) уҙғарылмай;- Башҡортостан Хөкүмәте өҫтәмә рәүештә үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараттары һатып ала;- Рәсәйҙә Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу ваҡыты күсерелде;- 18 марттан Рәсәй сит ил кешеләре өсөн сикте яба;- Рәсәйҙә стопкоронавирус.рф сайты эшләй башланы, унда барлыҡ мөһим мәғлүмәт тупланған;Йәнә ҡабатлайбыҙ, Башҡортостанда йәшәүсенең коронавирустан вафат булыуы тураһында яңылыҡ - ЯЛҒАН.