Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2020, 16:25

Балаларҙың хәүефһеҙлеге - тѳп маҡсат

Машиналар һаны күбәйгән һайын юлда көсөргәнешлек арта. Бындай шарттарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү - ошо эш өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәрҙең генә түгел, ә бөтә водителдәр, йәйәүлеләрҙең, тимәк, тотош йәмғиәттең мөһим бурысы. Ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютында ла балаларҙың хәүефһеҙлеген, ғүмерен һаҡлау - төп маҡсат.

Аңлатыу эштәрен мѳмкин тиклем иртәрәк башлау зарур. Балаларға юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен ѳйрәтеү йәһәтенән приютта бихисап саралар ойошторола. Ҡыҙ-малайҙар юл хәрәкәте системаһының тѳп тѳшѳнсәләрен һәм юлда үҙеңде тотоуҙың мѳһим ҡағиҙәләрен үҙләштерергә тейеш. Бала саҡ - тѳрлѳ ғилем һәм хәүефһеҙлек күнекмәләрен үҙләштереү ѳсѳн иң ҡулай осор. Сабый ҙурҙарға ҡарап урам ҡанундарына ѳйрәнә, шуның ѳсѳн шәхси үрнәк - ѳйрәтеүҙең иң ябай һәм аңлайышлы формаһы.
Юл аша сыҡҡанда тәүҙә туҡтап, диҡҡәт менән тирә-яҡты ҡарау, һәр тауышҡа ҡолаҡ һалыу кеүек ҡағиҙәләр бала ѳсѳн ғәҙәткә әйләнһен. Шуға ла даими рәүештә иғтибарҙы үҫтереүсе күнекмәләр үткәреү зарур. Тик ошо ваҡытта ғына урамда, юлда үҙ-үҙеңде хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү ныҡлы ғәҙәткә инәсәк. Әлимә ФӘХРЕТДИНОВА,
тәрбиәсе.
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас: