Башҡортостанда 18 мартҡа ҡарата коронавирус менән бәйле хәл буйынса мәғлүмәттәр.17 мартҡа ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 48 кеше, коронавирус булыуына шикләнеп, стационарға урынлаштырылған, уларҙың һигеҙе - балалар. Бөтәһенең дә хәле тотороҡло.
РЕСПУБЛИКАЛА РАҪЛАНҒАН СИРЛЕЛӘР ЮҠ- Радий Хәбиров вирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн 18 марттан республикала юғары әҙерлек режимын индерҙе. 250-нә ашыу кеше йәки сит ил вәкилдәре ҡатнашҡан барлыҡ саралар уҙғарылмай. Мәктәп каникулдары 6 апрелгә тиклем оҙайтыла, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары дистанцион уҡыуға күсерелә.
- хоккей артынса футбол буйынса чемпионат та туҡтатылды. «Өфө» футбол клубының уйындары кәмендә 11 апрелгә тиклем уҙғарылмай;- Башҡортостанда марлянан күп тапҡыр ҡулланыла торған битлектәр етештереү башлана. Улар ҡасан һатыуға сығыр, әлегә билдәһеҙ;- республика өҫтәмә рәүештә үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараттарын һатып ала. Хәйер, улар былай ҙа етәрлек;- мәктәптәрҙә өҫтәмә иҫкәртеү саралары индерелә: уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың температураһын үлсәү, бүлмәләрҙе һәм һауыт-һабаны дезинфекциялау, битлектәр файҙаланыу, һауаны зарарһыҙландырыу. Алдараҡ хәбәр иткәнебеҙсә, яҙғы каникулдарҙы оҙайтыуҙары ихтимал.- Башҡортостанда ярты йылға етәрлек аҙыҡ-түлек запасы бар. Ҡытлыҡ юҡ. Кисә Путин алдағы көнгә аҙыҡ-түлек һатып алмаҫҡа кәңәш бирҙе (аҙаҡ сығарып ташламаҫ өсөн). Ул рәсәйҙәрҙе тәьмин итеү менән хәл ышаныслы тип ышандырҙы.