Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2020, 12:35

Ваҡиғалар барышы үтә лә йылдам

Илдә барған үҙгәрештәргә күҙ ҙә эйәрмәй, ваҡиғалар береһе-береһен алмаштыра.

Илдә барған үҙгәрештәргә күҙ ҙә эйәрмәй, ваҡиғалар береһе-береһен алмаштыра.
Нефткә хаҡтар төшә һәм аҙлап кире күтәрелә, уның менән доллар һәм кеҫәбеҙҙәге һумдар ҡыуыша, коронавирус яңынан-яңы илдәрҙе “яулай”, дәүләттәр үҙ сиктәрен яба һ.б. Әлбиттә, Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе лә беҙҙе ситләп үтмәй.
Президент Владимир Путин 20 ғинуарҙа Дәүләт Думаһына РФ Конституцияһына төҙәтмәләр индереү тураһында закон проектын төшөргәйне. Уға һуңғы өҫтәмәләр кисә, 11 мартта, индерелде. Атап әйткәндә, Валентина Терешкова бик күп һорауҙар тыуҙырған ил етәксеһен һайланыу тәртибен үҙгәртеү кәрәклеге тураһында тәҡдим менән сығыш яһаны һәм хуплау тапты. Төҙәтмә Владимир Путинға 2024 йылдан һуң да президент һайлауҙарында ҡатнашыу мөмкинлеген бирә.
Шулай итеп, төп законға үҙгәрештәр пакеты кисә депутаттар тарафынан өсөнсө уҡыуҙа хупланды. Уның буйынса Конституция суды ете көн эсендә үҙ ҡарарын сығарырға тейеш.
#ВладимирПутин
"Башҡортостан ҡыҙы" журналы сайтынан.
Читайте нас: