Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2020, 13:20

«Һабаҡ булды. Һығымталар яһалды»

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, һигеҙ тапҡыр паралимпия чемпионы Оксана Савченко менән осрашты. Бынан алда улар араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡайны.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, һигеҙ тапҡыр паралимпия чемпионы Оксана Савченко менән осрашты. Бынан алда улар араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡайны. «Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров ҡушыуы буйынса, Оксана Владимировнанан шәхсән ғәфү үтендем. Мөмкинлек биргән өсөн уға рәхмәтлемен. Дуҫтарса осрашыуҙа Башҡортостанда спорт үҫеше тураһында һөйләштек. Ошондай билдәле спортсылар менән осрашыу, уларҙың бай тәжрибәһе менән уртаҡлашыу беҙҙең өсөн мөһим. Арабыҙҙағы аңлашылмаусанлыҡты еңеп сыҡтыҡ һәм аралашыуҙың яңы кимәленә сыҡтыҡ, тип әйтә алам. Һабаҡ алынды. Һығытмалар яһалды. Барыһына ла тыныслыҡ!», - тине Ирек Сәғитов.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, паралимпия чемпионы Оксана Савченкоға вице-премьер Ирек Сәғитов тупаҫ ҡағылғайны.
Читайте нас: