“Конституцияны үҙгәртеү Президент Владимир Путинды яңынан һайлау һәм илде артабан нығытыу өсөн яңы мөмкинлектәр аса”, - тип иҫәпләй БР Инфраструктура һәм территориаль үҫеш, хәүефһеҙлек, торлаҡ-коммуналь хужалығы, транспорт һәм юл хужалығы мәсьәләләре буйынса Ижтимағи палата рәйесе Анатолий Дубовский.
"2000 йылға тиклем, Путин власҡа килгәнсе, Рәсәйҙә һҡр ерҙә башбаштаҡлыҡ хөкөм һөрҙө. Ул ваҡытта илде емерәләр тип әйттек, уны йыйырға кәрәк ине. Владимир Владимирович Путин килгәс, яңы осор башланды. Шәхсән мин үҙем Рәсәйҙе һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу өсөн борсолған кеше килгәнен тойҙом. Алда ҙур эштәр көтә, ул әле барыһына ла өлгөрмәне. Ярты юлда туҡтап ҡалырға ярамай. Мин Конституцияға төҙәтмәләр өсөн тауыш бирәсәкмен", - тине Анатолий Дубовский.