Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2020, 12:35

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы: республикала йәшәүселәрҙе оҙайлы байрам һәм ял көндәре көтә

Май айында республикала йәшәүселәрҙе оҙайлы ялдар көтә.

Май айында республикала йәшәүселәрҙе оҙайлы ялдар көтә. Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, Яҙ һәм хеҙмәт байрамы һәм Бөйөк Еңеү көнө айҡанлы һигеҙ көн ял була.
Республика халҡы биш көн рәттән – 1 майҙан 5-енә тиклем ял итә. Һуңынан ҡыҫҡа эш аҙнаһы – 6 майҙан 8-енә хәтлем. 9 майҙан 11-енә тиклем — шулай уҡ байрам көндәре.
Өҫтәүенә 30 апрелдә һәм 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Сығанаҡ: Башинформ.
Читайте нас: