Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2020, 14:50

«Мин бөтәгеҙҙе лә үлтерәм!»: Башҡортостанда бер ҡатын приставтарға балта һәм шприц менән ташланған

«Вести Башкортостан» яҙыуынса, бындай хәл ҡатындың үҙенең туғандары менән күптәнге низағы арҡаһында килеп тыуған.

«Вести Башкортостан» яҙыуынса, бындай хәл ҡатындың үҙенең туғандары менән күптәнге низағы арҡаһында килеп тыуған. Тегеләре мираҫҡа эйә булған һәм йорттоң бер өлөшөнә хоҡуҡ алған, ләкин хужабикә - Роза Фәхретдинова - ҡаршы. Суд ҡарарынан һуң уға суд приставтары килгәс тә, уларҙы өйгә индереүҙән баш тартҡан.
Ҡатын тәүҙә приставтарға шприц менән ташланған, аҙаҡ ҡулына балта алған. Ғауғасыл хужабикәне ҡоралһыҙландырғас, ул үҙенең йортон шартлатам тип янай башлаған. Әсә хатта балаларынан өйҙәге газды асыуҙарын һораған, ләкин уны урамдағы торбанан ябып өлгөргәндәр.
Хәҙер ханым - енәйәт эше фигуранты һәм уға реаль срок янауы мөмкин. Ләкин ул үкенмәй:
- Мин үкенмәйем, сөнки мин балаларымды яҡланым. Ғаиләм, балаларым өсөн барыһына ла әҙермен! — ти ул.
Сығанаҡ: Башҡортостаным|яңылыҡтар
Фото: vk.com
Читайте нас: