Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2020, 14:55

209-сы саҡрымында юл фажиғәһе

Республика юлдарында биш юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, һигеҙ кеше йәрәхәттәр алған.

Республика юлдарында биш юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, һигеҙ кеше йәрәхәттәр алған.
Иртәнге сәғәт һигеҙ тирәһендә, Өфө-Инйәр-Белорет автоюлының 209-сы саҡрымында, ҡара-ҡаршы килгән "ВАЗ-2114" менән «Дэу Матиз» машиналары бәрелешкән.
"ВАЗ" менән Белорет ҡалаһынан 24 йәшлек егет идара итһә, "Матиз"дың водителенә 32 йәш, ул да Белорет районынан.
Аварияла "ВАЗ"дан 31 йәшлек пассажир ҡатын, "Дэу" автомобиленән 38 йәшлек ҡатын менән уның 6 йәшлек улы тән йәрәхәттәре ала.
Тәүлек эсендә 2600-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, эскән килеш машина йөрөткән 44 водитель тотолған, урланған автомобиль эҙләп табылған.
Читайте нас: