Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2020, 16:10

Айлыҡ түләүҙәр тураһында указға ҡул ҡуйылды

Дәүләт Башлығы Владимир Путин 3-7 йәшлек балалар ѳсѳн тәғәйенләнгән айлыҡ түләүҙәр тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Рәсми документ менән хоҡуҡи мәғлүмәт порталында танышырға мѳмкин.

Дәүләт Башлығы Владимир Путин 3-7 йәшлек балалар ѳсѳн тәғәйенләнгән айлыҡ түләүҙәр тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Рәсми документ менән хоҡуҡи мәғлүмәт порталында танышырға мѳмкин.
Кемдәр был аҡсалата ярҙамға ѳмѳт итә ала?
Пособие килеме йәшәү минимумы дәүмәленән (йән башына яҡынса 10 186 һум) артмаған ғаиләләргә бирелә. Радий Хәбиров яҙыуынса, быйыл ул бер балаға - 4,9 мең һум, ә киләһе йылдан 9,8 мең һум тәшкил итәсәк.
Әлеге түләүҙе алыу өсөн ғаризаны 2020 йылдың 31 декабренә тиклем тапшырырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ғаиләләр, ҡасан мѳрәжәғәт итеүҙәренә ҡарамаҫтан, 2020 йылдың ғинуарынан башлап, бөтә осор өсөн түләү аласаҡ. Балаға 2020 йылда өс йәш тулған осраҡта, уларға өс йәш тулғандан алып түләнәсәк.
Әгәр аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә 3-7 йәшлек бер нисә бала бар икән, ул саҡта пособие барыһына ла тәғәйенләнә. Граждандарға алдан ҡаралған түләүҙәр тулы күләмдә һаҡланасаҡ.
Путин хѳкүмәткә 1 апрелгә тиклем түләү шарттарын һәм ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу ѳсѳн тѳбәктәргә субсидиялар биреү тәртибен билдәләргә ҡушты.
Айлыҡ аҡсалата ярҙамды Күп функциялы үҙәктәргә йәки дәүләт хеҙмәте порталы аша мѳрәжәғәт ҡылып алырға мѳмкин. Ғаризалар 2020 йылдың 1 июленән ҡабул ителә.
2020 йылдың 30 ноябренә тиклем кабмин тарафынан пособие алыусы ғаиләләрҙең килем кимәле баһаланырға тейеш. Әгәр ғаиләнең йән башына уртаса килеме тѳбәктәге йәшәү минимумына етмәһә, ул саҡта әлеге түләү икеләтә арттырыласаҡ.
Фото: Яндекс.ру
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас: