Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2020, 15:30

Олимпия уйындарының күсерелеүе ихтимал

Халыҡ-ара Олимпия комитеты Президенты Томас Бах, быйыл йәй Токиола буласаҡ Йәйге Олимпия уйындарының ваҡытын күсерелеүе хаҡында фекерен еткерҙе.

Халыҡ-ара Олимпия комитеты Президенты Томас Бах, быйыл йәй Токиола буласаҡ Йәйге Олимпия уйындарының ваҡытын күсерелеүе хаҡында фекерен еткерҙе.
"Бөтә донъя коронавирус сире арҡаһында "янып" ятҡанда, беҙ ҙә спортсыларҙың һаулығын ҡайғыртып, ҙур сараның бер аҙға ваҡытын күсереү өҫтөндә баш ватабыҙ. Әлбиттә, ҡыйын, әммә нишләйһең, күсерергә тура килер ахыры...", тине ул.
Һуңғы мәғлүмәттәргә таянғанда, коронавирус сире менән донъяла 331 меңдән артыҡ кеше сирләй. Шуның 14 меңе үлгән һәм 96 меңдән ашыуы һауыҡҡан. Бигерәктә ул сир менән Италия, АҠШ, Иран, Ҡытай, Испания һәм Германияла ауырыусылар күп.
фото: xsport.ua
Читайте нас: