Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2020, 16:40

Республикала коронавирусҡа бәйле бөтә бассейндар һәм кинотеатрҙар ябыла

Бөгөндән Башҡортостанда бөтә бассейндар һәм кинотеатрҙар ябыла, ә сараларҙа ҡатнашҡан кешеләр һаны 250-нән 50-гә тиклем сикләнә. Был турала оператив кәңәшмәлә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров әйтте. Ул үҙенең хакимиәте башлығы Александр Сидякинға бөгөн үк республика башлығының юғары әҙерлек режимы тураһындағы указына ошо үҙгәрештәрҙе индерергә ҡушты.

Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостан менән Татарстан һәм Силәбе өлкәһе сигендә потенциаль коронавирус инфекцияһын йөрөтөүселәрҙе урынлаштырыу өсөн ике өҫтәмә обсерватор асырға бойороҡ бирҙе. Шулай итеп, республикала өс обсерватор була.
Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарын кәрәкмәгән урында сәбәләнмәҫкә һәм үҙенән күп кеше ҡатнашлығында саралар үткәрергә рөхсәт итеүен һорамаҫҡа саҡырҙы. Киләһе дүшәмбенән хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ҡатнашыусылар һанын да 100-ҙән 50 кешегә тиклем сикләйҙәр.
«Хәлдең торошона ҡарап, өҫтәмә сикләү сараларын индереүебеҙ ихтимал. Шуға күрә республикала йәшәүселәрҙе быны аңлап ҡабул итеүҙәрен һорайым», — тине Радий Хәбиров.
Сығанаҡ: Башинформ.
Фото: Яндекс.ру
Читайте нас: