Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2020, 16:55

Ташҡын һорап килмәй

Республикала ташҡынды эҙемтәләрһеҙ үткәреүгә әҙерлек эштәре башланды.

Республикала ташҡынды эҙемтәләрһеҙ үткәреүгә әҙерлек эштәре башланды.
Муниципаль район хакимиәтендә лә ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ултырыш үтте. Сарала ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, гидротехник ҡоролмаларҙа хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барыусылар, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡарамағындағы хеҙмәттәр ҡатнашты. Ултырышты муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта алып барҙы.
Быйыл ҡарҙың күплеген, көндәрҙең йылы тороуын иҫәпкә алып, ташҡын осоро ғәҙәттәгенән иртәрәк башланыр тигән фараз ҡыла белгестәр. Ошоно күҙ уңында тотоп, ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәре әҙерлек эштәрен башлаған да инде. Шулай уҡ ташҡынға ҡаршы штабтар, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары һәм ташҡын осоронда эшкә йәлеп ителергә тейешле ойошмалар, предприятиелар «ҙур һыу»ҙы ҡаршыларға әҙерләнә. Һыу баҫыу ихтималлығы булған урындарҙа иҫкәртеү рейдтары уҙғарыла, ошонда йәшәгәндәрҙең исемлектәре яңыртыла.
Ултырышта яуаплылар ҡала быуаһында һыу кимәле, боҙ тығындары, ваҡытында асып һыуҙы ағыҙыу эштәренең күҙәтеү аҫтында булыуын, район-ҡалала гидротехник ҡоролмаларҙың, сиреналарҙың, белдереү системаларының тикшерелеүе, һыуһаҡлағыстарҙа уртаса һыу кимәле контролдә тотолоуы тураһында әйтеп китте.
Ҡаланың Спецпоселок, БЖД купере биҫтәһен, райондың Инйәр, Йөйәк, Нура, Сермән хакимиәттәренә ҡараған ҡайһы бер ауылдар урамдарын һыу баҫыу хәүефе янай. Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков Мата йылғаһында боҙ тығындары барлыҡҡа килеү ихтималлығын әйтеп, шулай ҙа алдағы йылдар менән сағыштырғанда тыныс үтеренә ышандырҙы. Инйәр хакимиәте ҡарамағында ике тиҫтә ауыл иҫәпләнә. Ташҡын мәлендә Уҫманғәле, Инйәр, Бирҙеғол ауылдарының ҡайһы бер урамдарына һыу инә. Йөйәк хакимиәтенә ҡараған Йөйәк һәм Ғәбдөк ауылдарының бер нисә урамы һыу баҫыу хәүефе янаған урындарҙа урынлашҡан. Етмәһә, иң төпкөл ауылдарҙан һаналған Ғәбдөктә юл мәсьәләһе лә киҫкен тора.
Инйәр йылғаһына яҡын урынлашҡан юл участкаһының 500 метры боҙ менән ҡапланған да инде. Ҡеүәтле техника ярҙамында боҙ ҡаплаған участканы таҙартырға ҡушылды. Нураларҙы һәр ваҡыттағыса күперҙәр борсой. Хакимиәткә ҡараған ауылдарға барыр өсөн ете күперҙе үтергә кәрәк. Быйылғы йылдың ҡарлы булыуы, урамдар ваҡытында ҡарҙан таҙартылмауына борсола хакимиәт халҡы. Үкенескә ҡаршы, яҙ ҡорбандар ҙа килтерҙе. Быйылғы ташҡын ныҡлап башланып та өлгөрмәне, боҙҙан әрселгән Ағиҙел йылғаһында бер ир батып һәләк булды. Дөйөм алғанда, Белорет, Инйәр, Йөйәк, Сермән, Нура хакимиәттәре башлыҡтары үҙ сығыштарында яҙғы ташҡынға ҡаршы сараларҙың ойошторолоуы, авария-ҡотҡарыу бригадалары төҙөлөүе, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барылыуы тураһында хәбәр итте. Фельдшер-акушерлыҡ пункттары - дарыуҙар, шәхси эшҡыуарҙар ауыл халҡын етерлек аҙыҡтүлек менән тәьмин иткән. Ҡайһы бер урындарҙа һыу кимәленең күтәрәлеүе онлайн-режимда күҙәтелеп барыла. Хакимиәттең ҡулланыусылар баҙарын һәм хеҙмәтен анализлау, прогнозлау секторы мөдире Лилиә Кирсанова ташҡын мәлендә юл ябылыу ҡурҡынысы янаған ауылдар аҙыҡтүлек запасы менән тәьмин ителергә кәрәклеге тураһында иҫкәртелгән, яуаплылар билдәләнгән, тине.
Андрей Иванович та күперҙәрҙең төҙөклөгөн тикшереү, уларҙың аҫтындағы боҙҙарҙы бысыу, һыу үтеү урындарын таҙартыу кеүек эштәрҙе яҡын арала башҡарып сығыу талабын ҡуйҙы, яҙғы ташҡынға ҡаршы мөрәжәғәттәрҙе тиҙ арала хәл итергә өндәне.
Фото: meteoinfo.ru
Читайте нас: