Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2020, 16:20

Бѳйѳк Еңеүҙе ҡаршылап

Дан һәм хәтер йылы уңайынан ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн Социаль приютында мөһим эштәр башҡарыла. Һәр төркөмдә "Дан һәм хәтер" күргәҙмәләре ойошторолдо. Уларҙа һуғыш тураһында әҙәбиәт, уға ҡағылышлы материалдар, геройҙар тураһында мәғлүмәт урынлашты. Шулай уҡ әлеге ваҡытта музей ҙа булдырыла, экспонаттар туплана.

Эйе, Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылағанда балаларҙың немец илбаҫарҙарын еңеүсе олатай-өләсәй, ҡартатай-ҡартәсәйҙәрен хѳрмәт, ғорурлыҡ менән иҫкә алыуы - үҙе үк оло баһа, ҙурлау билдәһе. Һуғыш дәһшәтен татымаһалар ҙа, приют тәрбиәләнеүселәре уның касафатын яҡшы аңлай, тыныслыҡтың, имен тормоштоң ҡәҙерен белә.
Әлимә ФӘХРЕТДИНОВА,
тәрбиәсе.
#уралгәзите#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас: