Башҡортостанда ҡартлыҡ буйынса пенсионерҙар һаны 2010 йылда 855,7 меңдән алып 2019 йылда 1 миллиондан ашыу кешегә тиклем артҡан. Йыл башына ҡартлыҡ буйынса пенсияның уртаса күләме республикала 15,3 мең һумға еткән (2010 йылда 7,1 мең һум).
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ҡартлыҡ буйынса һәр бишенсе пенсионер тиерлек мәшғүлдәр төркөмөнә ҡарай.
Рәсми булмаған мәшғүллекте иҫәпкә алып, Башҡортостанда эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың өлөшө бер аҙ юғарыраҡ – уҙғарылған һорау алыуҙарға ярашлы ул 30% самаһы тәшкил итә, тип йомғаҡ яһанылар Башстатта.