-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2020, 15:30

Республикаға Ҡытайҙан өс тапҡырға ҡиммәтерәк хаҡҡа битлектәр килтерелә

Тиҙҙән Башҡортостан дарыуханаларына Ҡытайҙан бер тапҡыр ҡуллана торған медицина битлектәре килтерелә. Уларҙың хаҡы яңы коронавирус пандемияһы иғлан ителерҙән алдағыға ҡарағанда өс тапҡырға ҡиммәтерәк булыуы көтөлә.

Тиҙҙән Башҡортостан дарыуханаларына Ҡытайҙан бер тапҡыр ҡуллана торған медицина битлектәре килтерелә. Уларҙың хаҡы яңы коронавирус пандемияһы иғлан ителерҙән алдағыға ҡарағанда өс тапҡырға ҡиммәтерәк булыуы көтөлә. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе Максим Забелин брифингта ошо турала хәбәр итте.
Әгәр элек бер тапҡыр файҙалана торған әйберҙең хаҡы 4-10 һум булһа, бөгөн иһә хаҡы өс тапҡырға ҡыйбатыраҡ — бер данаһы 35 һум.
Максим Забелин һүҙҙәренсә, «Ағиҙел» предприятиеһы сығарған битлектәрҙең дә хаҡы арттырыла: өс данаһы 70-100 һум. Тауарҙың ҡиммәтләнеүе тәьмин итеүселәрҙең сәйәсәте һәм марляның яңы һатып алыу хаҡы менән бәйле.
Алдан республиканың дәүләт дарыуханаларына килтерелгән бөтә битлектәрҙең бер нисә сәғәт эсендә һатылып бөтөүе хаҡында хәбәр ителгәйне.
Сығанаҡ: Башинформ
Фото: Alimasha.ru