Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә коронавирус киҙеүен профилактикалау йәһәтенән волонтер-медиктар штабы эшләй
18 марттан алып “Волонтер-медиктар” Бөтөн Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең республика бүлеге, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты менән берлектә, коронавирус киҙеүен профилактикалау йәһәтенән Бөтөн Рәсәй акцияһына ҡушылды.
Штабтың төп бурысы – өлкән йәштәге һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы аҙыҡ-түлек, дарыу менән тәьмин итеү.
Заявканы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына шылтыратып ҡалдырырға мөмкин: 8-800-200-34-11 (түләүһеҙ). Мөрәжәғәттәр Мәскәү ҡалаһында урынлашҡан үҙәк штаб аша төбәктәргә таратыла, бер заявка ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай.
Ярҙам республикала йәшәүсе барлыҡ өлкән йәштәге граждандарға ла ҡағыла. Өфөнән ситтә йәшәүселәргә урындағы социаль хеҙмәткәрҙәр һәм ирекмәндәр ярҙам итәсәк.
Волонтер-медиктар шулай уҡ мәғлүмәти һәм консультатив ярҙам да күрһәтә. Коронавирус инфекцияһына бәйле һорауҙар буйынса штабтың “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны: 268-28-88.
Ярҙам күрһәтеү мәлендә волонтерҙар Бөтөн Донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан ҡаралған хәүефһеҙлек сараларын үтәйәсәк: фатирҙарға инмәйәсәк, аралашҡан саҡта 2 метр дистанция тотасаҡ һәм, әлбиттә, медицина битлектәре, антисептиктар ҡулланасаҡ.
Ирекмәнде “Волонтер-медик” логотиплы ҡыҙыл курткаһы арҡылы танырға мөмкин.