Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2020, 14:45

Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының икенсе комитетына эшкә күсте

Яҡташыбыҙ Ирек Зарипов – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе урынбаҫары.

Яҡташыбыҙ Ирек Зарипов – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе урынбаҫары.
Бынан алда был вазифала Андрей Иванюта эшләне, хәҙер ул – Белорет районы башлығы.
«Кисә пленар ултырышта Дәүләт Йыйылышы депутаттары ошондай ҡарар ҡабул итте. Ирек Айрат улы – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған спорт мастеры, дүрт тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы. Әлеге йүнәлештә депутаттың белеме һәм тәжрибәһе һөҙөмтәле ҡулланылыр тип иҫәпләйем», — тип билдәләне Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев.
Быға тиклем Ирек Зарипов Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитетында ошондай вазифа биләне.
"Башинформ".
Читайте нас: