Башҡортостанда күсмә никах теркәүҙәр, шулай уҡ балалар тыуыуын дәүләт теркәүе (исем ҡушыу йолаһы) туҡтатылды. Сара COVID-19 инфекцияһының таралыуына ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән. Күсмә саралар билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелгән.
Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ЗАГС-та никах теркәү өсөн бинала кешеләр һаны (учреждение хеҙмәткәрҙәре менән бергә) 10-дан күберәк булмаҫҡа тейеш. Тантаналы рәүештә өйләнешергә теләгән йәштәргә туйҙы икенсе ваҡытҡа күсерергә кәңәш итәләр.
Ведомствола белдереүҙәренсә, тыуыуҙы теркәү, никахҡа инеү йәки уны тарҡатыу, уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу, үлем тураһында ғаризаларҙы дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирергә мөмкин.
Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының ҡыҙыу бәйләнеш телефондары: 8 (347) 237-67-81, 8 (347) 248-54-70, 8 (347) 248-74-20.