“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы 14 көнлөк карантин режимын үтәмәгән 37 яҡташыбыҙға ҡарата алдан уҡ административ эш ҡуҙғатыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Был турала төбәк хөкүмәтендәге кәңәшмәлә идаралыҡтың етәксе урынбаҫары Александр Жеребцов хәбәр итте.
“Эште тикшереү өсөн кесаҙна - 4, йома 11 кеше саҡырылды. 30 мартта был йәһәттән - 9, ә 14 көнлөк изоляция режимы тамамланғас йәнә 9 кеше киләсәк. Режимды боҙоу осрағы теркәлгәндәргә протоколдар төҙөләсәк,” - тип билдәләне ул.
Әлеге ваҡытта Роспотребнадзор идаралығы һәм социаль хеҙмәт күрһәткән автоном коммерция булмаған ойошма хеҙмәткәрҙәре сит илдән ҡайтып, карантин режимын һаҡларға тейешле граждандарҙы тикшерә. Бындай тикшереүҙәр һаны бөгөнгә 300-ҙән ашыу.
Радий Хәбиров, үҙ сиратында, беҙҙә дисциплина кимәленең түбән булыуын, сит илдән килгәндәрҙең изоляцияланыу режимын һанға һуҡмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Әйткәндәй, сит илдән ҡайтыусыларҙың 35 %-ты карантин режимын үтәүҙе кәрәк тип тапмай икән.
“Был кешеләргә яза бирер кәрәк. Әлеге мәлдә Дәүләт Думаһында карантин режимын боҙғандарға язаны ҡатыраҡ итеү йәһәтенән закон проекты бар. Минеңсә, ул ыңғай хәл ителер. Был осраҡта беҙ үҙенә генә түгел, әйләнә-тирәләгеләргә лә яуапһыҙ ҡараған әҙәмдәргә тәьҫир итер өсөн өҫтәмә ҡорал аласаҡбыҙ. Ләкин әлеге документ ҡабул ителгәнгә тиклем, мин Роспотребнадзор идаралығын, хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә, был эште әүҙемерәк йәйелдереүен, кешеләргә мәғлүмәт биреүен һорайым”, - тине Радий Фәрит улы.
Карантин режимын боҙоусыларға 80 000 һумғаса штраф һалынасаҡ һәм енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.