Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Март 2020, 23:55

Һалым түләүселәр иғтибарына!

Рәсәй Президенты һәм Хөкүмәте ҡушыуы буйынса, Федераль һалым хеҙмәте илдәге әлеге шарттарҙа һалым түләүселәргә ярҙам итеү сараларын тормошҡа ашыра.

Рәсәй Президенты һәм Хөкүмәте ҡушыуы буйынса, Федераль һалым хеҙмәте илдәге әлеге шарттарҙа һалым түләүселәргә ярҙам итеү сараларын тормошҡа ашыра.
Хәҙер күптәрҙе һалым түләтеүҙә кемдәрҙең ғаризаларының айырым ҡаралыуы ҡыҙыҡһындыра. Был туризм, авиаташыуҙар тармаҡтарында, шулай уҡ физик культура, спорт, сәнғәт, мәҙәниәт һәм кинематография өлкәләрендәге ойошма-предприятиеларға, шәхси эшҡыуарҙарға ҡағыла.
Һалым органдары тәьмин итеүҙең бер төрөн – залог, поручителлек йәки банк гарантияһын һорай. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә зыян күргән ойошмаларҙан иһә нимә талап ителәсәк? Был осраҡта һалым түләүсегә айырым ысулды һайлау хоҡуғын бирелә: банк гарантияһы; түләү һәләте булғандың поручитель булыуы; күсемһеҙ йәки башҡа ликвид милекте залогҡа биреү.
Һалым түләүҙе кисектереү тураһындағы ғариза һәм документтар йәшәү урыны буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығына бирелә.
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе ҡарарына ярашлы, авиаташыуҙар, туризм, физик культура, спорт, сәнғәт, мәҙәниәт һәм кинематография өлкәһендә эшмәкәрлек алып барғанда һалым түләүҙәрҙе кәметеү нисек атҡарыласаҡ? Әйткәндәй, түләттереүҙе кисектереүҙең сәбәбе: улар Рәсәй Һалым кодексы ҡуйған ваҡытҡа ярашлы атҡарыла. Һалымдарҙы, страховка иғәнәләрен түләү тураһындағы талап түләү кисектерелгән ваҡыттан алып өс ай эсендә ебәреләсәк. Ә бурысты банк иҫәбенән аҡсалата түләттереү тураһындағы ҡарар талап буйынса срок килеп еткәс ике ай ваҡытында ҡабул ителә. Шулай итеп, аҡсалата түләттереү процедураһы ла, закондарҙа ҡаралған һалым-йыйымдарҙы, страховка иғәнәләрен түләү ваҡытынан һуң биш ай үткәс башланасаҡ.
25 мартта ил Президенты Рәсәй граждандарына мөрәжәғәт иткәндә “бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ компанияларына, өҫтәмә хаҡҡа һалымдан тыш, башҡа һалым төрҙәренә түләүҙе кисектереү мотлаҡ” икәнлеге хаҡында хәбәр иткәйне, тип һорау биреүселәр ҙә бар. Былар барыһы ла быйыл 25 марттан һуң атҡарыласаҡ. Ә быға тиклемге бурыстар 2019 йылғы осорға ҡарай.
Коронавирус инфекцияһы менән бәйле ниндәйҙер кимәлдә зыян күргән тармаҡтар эшмәкәрлеге теҙмәһе әле ил Хөкүмәте тарафынан төҙөлә. Рәсәй Президенты тап шундайҙарға ярҙам итеү тураһында белдерҙе. Ил Хөкүмәте ҡушыуы буйынса, һалым органдары тарафынан 1 майҙан иртә булмаған ваҡытта һалым түләттереү кисектерелә һәм туризм, авиаташыуҙар, физик культура, спорт, шулай уҡ сәнғәт, мәҙәниәт, кинематография өлкәләре буйынса һалым түләүселәргә ҡарата ҡарар ҡабул итеү эше ойошторолған. Был эш хоҡуҡлы министрлыҡтар, ведомстволар йәки улар тапшырған иҡтисади эшмәкәрлек буйынса төп төр коды буйынса була. Шул уҡ ваҡытта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары берҙәм реестрына ингән һалым түләүселәрҙән бурысын ҡайтарыу ҡарарын тәьмин итеү өсөн иҫәпте туҡтатып тороу буйынса ҡарар ҡабул итеү 1 майға тиклем кисектереләсәк.
Был саралар барыһы ла һалым органдары тарафынан үҙаллы эшләнәсәк. Һалым түләүселәрҙән ғариза яҙыу талап ителмәй.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите. Фото: uglegorsk.news
Читайте нас: