Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу ихтималлығын иҫкәртеү йәһәтенән республика биләмәһендә махсус указға өҫтәмә сараларҙы раҫланы.
Үҙгәрештәр йортта үҙаллы изоляция режимын һаҡлауҙы күҙаллай (аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алыу, ойошмаларға мөрәжәғәт итеү, бәйләнеш хеҙмәтен күрһәтеү осраҡтарынан тыш). Шулай уҡ был иҫкәрмә 65 йәштән өлкәнерәк граждандарға, указда телгә алынған граждандарға, улар менән бергә йәшәүселәргә ҡағыла.
Мәктәп каникулдары, документтарға ярашлы, 23 марттан 5 апрелгә тиклем дауам итә. 6 апрелдән белем биреү учреждениелары дистанцияла белем биреүгә күсергә тейеш.
28 марттан 5 апрелгә тиклем ваҡлап һатыусы объекттарҙың эшмәкәрлеге туҡтатыла. Был исемлеккә дарыуханалар, халыҡты аҙыҡ-түлек, тәүге ихтыяж, төҙөлөш һәм хужалыҡ тауарҙары менән тәьмин итеүсе ойошмалар, бәйләнеш хеҙмәте күрһәткән сауҙа нөктәләре, зоомагазиндар инмәй. Шулай уҡ матурлыҡ, косметика, СПА, массаж салондары, бөҙрәханалар, солярийҙар, мунсалар, сауналар һәм башҡа ошоға оҡшаш объекттар эшләүҙән туҡтаясаҡ.
Республиканың ойошмаларына һәм предприятиеларына ситтән тороп эшләү режимын индереүҙе әүҙемләштереү кәңәш ителә. Шулай уҡ һәр бинала ике сәғәт һайын дезинфекция үткәреү фарыз.