Урал пружина заводы етәксеһе Денис Лоҡманов Белорет ҡала дауаханаһы өсөн өс яһалма тын алдырыу аппараты һатып алған. Ошо көндәрҙә уларҙы урынлаштырасаҡтар.
Бынан тыш, предприятие дауаханаға 10 пульсоксиметр һәм 1000 маска алып бирәсәк.
“Мин үҙем йәшәгән һәм эшләгән йәмғиәт өсөн -ҙемде яуаплы итеп тоям. Бөгөнгө килеп тыуған сетерекле хәлдәр берләшеүҙе талап итә. Бергә беҙ көслөрәк һәм үҙебеҙ генә ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сыға аласаҡбыҙ”, - ти Денис Локманов.
Шулай уҡ, һаҡланыу маскаларын завод хеҙмәткәрҙәре өсөн генә түгел, уларҙың ғаилә ағзалары өсөн дә тегәләр. Карантин каникулдарында уларҙы почта аша тарасаҡтар.
–Берәүҙәр ҡарабойҙа һәм бәҙрәф ҡағыҙы ташығанда, социаль селтәрҙәрҙә карантин сараларына ризаһыҙлыҡ белдереп, төрлө постар урынлаштырғанда, был егеттәр терәк булды. Ҡулдарын ҡыҫам һәм ғорурланам, – тип яҙҙы үҙенең Facebook битендә Евгений Кустов.
Бөгөн Белорет дауаханаһында коронавирус менән сирләүселәр өсөн 35 койка-урын әҙерләнгән. Кәрәк булғанда өҫтәмә 110 койка-урын булдырыласаҡ.