Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Март 2020, 15:35

Мәшғүллек үҙәктәре ситтән тороп ҡабул итәсәк

Коронавирус инфекцияһы таралыуы хәүефенә бәйле республиканың мәшғүллек үҙәктәрендә лә юғары әҙерлек режимындағы эш кѳнѳ булдырыла.

Коронавирус инфекцияһы таралыуы хәүефенә бәйле республиканың мәшғүллек үҙәктәрендә лә юғары әҙерлек режимындағы эш кѳнѳ булдырыла.Яңы вирус инфекцияһының таралыуын кисектереү һәм халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеген тәьмин итеү маҡсатында, халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә 28 марттан 5 апрелгә тиклем граждандарҙы ҡабул итеү туҡтатыла (Рәсәй Президентының 2020 йылдың 25 мартындағы “Рәсәй Федерацияһында ял кѳндәрен иғлан итеү тураһында”ғы 206-сы указы).Мәшғүллек үҙәктәрендә ошо кѳндәрҙә ҡабул ителергә тейешле эшһеҙ граждандарҙы яңынан теркәү ситтән тороп алып барыласаҡ.Һорауҙар булғанда, шул иҫәптән мәшғүллек үҙәктәренең эш ваҡыты тураһында, мәшғүллек үҙәктәренең рәсми сайттарында күрһәтелгән “ҡыҙыу бәйләнеш” телефондары буйынса мѳрәжәғәт итергә мѳмкин.Хеҙмәт урындары һәм вакантлы вазифалар тураһында мәғлүмәт алыу ѳсѳн “Рәсәйҙә эш” порталын һәм Башҡортостан Республикаһының Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең интерактив мәғлүмәт порталын файҙаланырға була.
Эшһеҙлек буйынса пособие күләме тураһында
Эшһеҙлек буйынса пособие күләме Рәсәй Федерацияһы Хѳкүмәтенең түбән һәм юғары пособие размерын билдәләгән норматив хоҡуҡи акты буйынса билдәләнә.
Һәр аныҡ осраҡта эшһеҙ граждан ѳсѳн пособие күләме шәхсән билдәләнә:
- уның һуңғы эш урыны буйынса уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡынан;
- хеҙмәт мѳнәсәбәте аҙнаһы һанынан (граждан мәшғүллек үҙәгенә мѳрәжәғәт иткәнгә тиклем 12 ай дауамында нисә аҙна хеҙмәт мѳнәсәбәтендә торған).
26 аҙнанан да кәм булмаған хеҙмәт мѳнәсәбәттәре булған граждандар ѳсѳн тәүге ѳс айҙа эшһеҙлек ѳсѳн пособие эш хаҡының һуңға ѳс айындағы уртаса хеҙмәт хаҡының - 75 проценты, артабанғы ѳс айҙа 60 процент күләмендә тәғәйенләнә.
Пенсия йәшендәге граждандар ѳсѳн (ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһына хоҡуҡ биргән йәшкә еткәнгә тиклем биш йылға тиклем ваҡыты ҡалған, шул иҫәптән алдан тәғәйенләнгән граждандарға ҡағыла) тәүге ѳс айҙа һуңғы ѳс айҙағы уртаса эш хаҡының – 75 проценты, артабанғы ѳс ай ѳсѳн — 60 процент, ҡалған айҙар ѳсѳн 45 процент (биш ай) түләү ҡаралған.
Үрҙә әйтелгән бѳтә осраҡтарҙа ла эшһеҙлек буйынса пособие Рәсәй Федерацияһы Хѳкүмәте билдәләгән эшһеҙлек буйынса иң ҙур пособие күләменән артыҡ була алмай.
Мәшғүллек үҙәгенә мѳрәжәғәт иткән саҡта хеҙмәт мѳнәсәбәттәре 26 аҙнанан кәм булған йәки эшләмәгән граждандар ѳсѳн эшһеҙлек буйынса пособие түбән күләмдә – 1500 һум, Башҡортостанда район коэффициенты менән иҫәпләгәндә, 1725 һумға тиң.
Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы аңламаһына ярашлы, эшһеҙлек буйынса максималь пособие күләме 1,5 тапҡырға арттырыласаҡ. Быға тиклем эшһеҙлек буйынса пособиеның максималь күләме 8 000 һум булһа, апрелдән ул минималь эш хаҡына тиклем күтәрелеп, 12 130 һумға етәсәк.
Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособие күләме район коэффициенты күләменә артып, 13 949,5 һум тәшкил итәсәк.
"Президент ҡушыуы буйынса мәжбүри эшһеҙ ҡалған граждандарға ярҙам артасаҡ. Быға тиклем эшһеҙлек буйынса пособиеның максималь күләме минималь хеҙмәт хаҡы күләменә тиң булған минималь йәшәү кимәленә лә етмәй ине. Яҡын арала норматив базаға кәрәкле үҙгәрештәрҙе индерәсәкбеҙ һәм эшһеҙ ҡалған граждандар 12 130 һумға тиклем аласаҡ", - тип белдерә илдең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Антон Котяков.
Пенсия алды йәшендә булған граждандар ѳсѳн пособиеның юғары күләме - 12 300, Башҡортостанда 13 949,5 һум буласаҡ. Ошоға тиклем был пособие ил буйынса 11 280 һумға тиң булды, республикала – 12 972 һум, тип белдерә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Фото:2gis.ru
Читайте нас: