Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Март 2020, 00:10

Хәүефһеҙлек саралары күрелә

Коронавируска бәйле, Ѳфѳ аэропорты айырым шарттарҙа эшләй башланы. Был режим ҡайһы бер пассажирҙарҙа аңлашылмаусанлыҡтар тыуҙырған. Ошоно күҙ уңында тотоп, аэропорттың матбуғат хеҙмәте халыҡтың һорауҙарына асыҡлыҡ индерҙе.

Коронавируска бәйле, Ѳфѳ аэропорты айырым шарттарҙа эшләй башланы. Был режим ҡайһы бер пассажирҙарҙа аңлашылмаусанлыҡтар тыуҙырған. Ошоно күҙ уңында тотоп, аэропорттың матбуғат хеҙмәте халыҡтың һорауҙарына асыҡлыҡ индерҙе.
Беренсенән, “Роспотребнадзор”ҙың бойороғона ярашлы, сит илдән килгән пассажирҙар мотлаҡ тикшерелергә тейеш. Ил эсендә осҡан граждандарға килгәндә, уларҙы ентекле тикшереү ҡаралмаған.
Икенсенән, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында эске рейстарҙа осоп килгәндәр ҙә тикшерелә. Тик был иреклерәүештә алып барыла. “Роспотребназор”ҙың һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығының барыһын да тикшереүгә норматив документтары юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, күп граждандар үҙ теләге менән ҡарала, әммә һанлашмай үтеп киткәндәр ҙә бар.
Ѳсѳнсѳнән, тикшереү бик ябай. Бортта йәки ҡайтыу залында анкета тултырырға кәрәк, унда һеҙҙең бәйләнеш мәғлүмәттәрегеҙ буласаҡ. Багаж залында медицина хеҙмәткәрҙәре урында анализ аласаҡ. Әгәр ҙә шик булһа, бер нисә кѳндән һеҙгә шылтырасаҡтар, юҡ икән, борсомаясаҡтар.
Дүртенсенән, бортта йәки самолеттан сыҡҡанда температурағыҙҙы үлсәйәсәктәр. Һеҙ термометрлы хеҙмәткәрҙәрҙе күрмәһәгеҙ ҙә, залда стационар тепловизорҙар ҡуйылған һәм улар һеҙҙе тикшерәсәк. Температура юғары булһа, һеҙҙе аэропорттың медицина бүлегендә ҡараясаҡтар, коронавирусҡа тикшерер алдынан дауаханаға һалыуҙары ихтимал.
Бишенсенән, гражданлыҡ мәсьәләһе буйынса бер ниндәй бригаданы ла, полицияны ла саҡырыу ҡаралмаған. Был турала ялған хәбәр таратырға ярамай. Эйе, әле аэропортҡа медицина хеҙмәткәрҙәре күп йәлеп ителә, әммә был сара Красноярскиҙағы кеүек ғауғаны тыуҙырмау маҡсатында күрелә. Бѳгѳн осоп килгән 335 пассажирҙың паспортын ҡарау, анализдар алыу һәм анкета тултыртыуға бѳтәһе бер сәғәт тә алты минут ваҡыт киткән. Был аэропорттың, медицина хеҙмәткәрҙәренең ошондай шарттарҙа тиҙ эшләй алыуын күрһәтте.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: