Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Март 2020, 18:35

Мәғлүмәттәрҙе рәсми сығанаҡтарҙан алығыҙ!

Коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән бөгөнгө брифингта фейктар буйынса һорауҙарға ла яуаптар булды.

Коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән бөгөнгө брифингта фейктар буйынса һорауҙарға ла яуаптар булды.
“Өфөнө ябалар икән”, “Ҡаланы хәрбиҙәр урата”, “Башҡа ҡалаларға ла индермәйҙәр” кеүек хәбәрҙәр социаль селтәрҙәрҙә, төрлө сығанаҡтарҙа таралып тора. Был хәбәрҙәрҙең береһе лә ысынбарлыҡҡа тап килмәй!
Махсус указдар ярҙамында нығытылған юғары әҙерлек режимы дауам итә, үрҙә телгә алынған ҡәтғи саралар күрелмәй. Граждандарҙан яуаплылыҡ һәм билдәләнгән режимды тотоу талап ителә.
Читайте нас: