Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Март 2020, 23:55

Рәсәйҙә коронавирус иң юғары нөктәһенә ҡасан етәсәк?

Рәсәйҙә коронавирус таралыуының иң юғары нөктәһе бер айҙан килеп етергә мөмкин. Был турала НСН каналы эфирында медицина фәндәре докторы, Нью-Йорк фәндәр академияһы ағзаһы Анатолий Альштейн хәбәр итте.

Рәсәйҙә коронавирус таралыуының иң юғары нөктәһе бер айҙан килеп етергә мөмкин. Был турала НСН каналы эфирында медицина фәндәре докторы, Нью-Йорк фәндәр академияһы ағзаһы Анатолий Альштейн хәбәр итте.
“Бәлки, бер аҙ һыңыраҡ. Рәсәйгә пандемия әкрен килә. Тик, дөрөҫөн генә әйткәндә, Италияла ла 3-4 аҙна элек хәлдәр ул тиклем етди түгел кеүек ине. Ә бына хәҙерге мәлдә унда ысын һәләкәт”, - тип билдәләне белгес.
Альштейн фекеренсә, илдәге сикләү саралары коронавирус инфекцияһы таралыу тиҙлеген кәметергә ярҙам итәсәк.
“Ул саралар ыңғай тәьҫир итер тип уйлайым. Кешеләр бер-береһенән барыбер күпмегәлер йыраҡлаша. Сир күҙлегенән ҡарағанда был инфекция таралыуын бер аҙ туҡтатырға ярҙам итәсәк”, - тип иҫәпләй Альштейн.
Шул уҡ ваҡытта белгес йышыраҡ саф һауала йөрөргә кәңәш итә.
Бөгөнгө көндә коронавирус йоҡтороусылар һаны иң күбе АҠШ-та теркәлгән - 120 мең кешенән артыҡ “таҗлы сир”ҙе үҙ иткән (һандар сәғәт һайын үҙгәреп тора). Әммә инфекция ҡорбандарыһсаны буйынса Италия лидер булып иҫәпләнә. Унда 10 меңдән ашыу кеше ғүмере коронавирус арҡаһында өҙөлгән. Һандар ҡот осҡос, әлбиттә.
Фото: twitter.com
Читайте нас: