Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2020, 19:15

Һабантуйҙар ҙа гөрләмәйәсәк

Коронавирус киҙеүе таралыу сәбәпле, быйыл республикала Һабантуйҙар ҙа үтмәҫ, ахырыһы. Был турала онлайн-брифингта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.

Коронавирус киҙеүе таралыу сәбәпле, быйыл республикала Һабантуйҙар ҙа үтмәҫ, ахырыһы. Был турала онлайн-брифингта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.
“Беҙ бөгөн көсөргәнешле рәүештә яҙғы баҫыу эштәрен уҙғарып, һуңынан шундуҡ аҙыҡ әҙерләүгә һәм уңыш йыйыуға тотонорға тейешбеҙ. Әлегә беҙ байрам үткәреү кәрәклеген күрмәйбеҙ, аграрийҙарҙы бихисап эштәр һәм бурыстар көтә”, - тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.
Фото: Bashinform.ru
Читайте нас: