Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2020, 13:20

Афарин, мөхәмәттәр!

Күптән түгел Әзекәй ауылы халҡы Мѳхәмәт ауылының үҙешмәкәр артистары алып килгән “Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы” тигән бай йѳкмәткеле концерт ҡарап кинәнде. “Зилимзә” фольклор ансамбленең, бейеүсе Фәнисә Низамованың сығыштарын, Хәтижә Ғайсина, Люциә Исмәғилева, Резеда Бәҙретдинова, Дилә Мәүлитшина кеүек моң эйәләренең күңел арбар йырҙарын тамашасы бик яратып ҡабул ҡылды. Тормошсан интермедиялар, шиғри сәләмдәр ҙә бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Күптән түгел Әзекәй ауылы халҡы Мѳхәмәт ауылының үҙешмәкәр артистары алып килгән “Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы” тигән бай йѳкмәткеле концерт ҡарап кинәнде.
“Зилимзә” фольклор ансамбленең, бейеүсе Фәнисә Низамованың сығыштарын, Хәтижә Ғайсина, Люциә Исмәғилева, Резеда Бәҙретдинова, Дилә Мәүлитшина кеүек моң эйәләренең күңел арбар йырҙарын тамашасы бик яратып ҡабул ҡылды. Тормошсан интермедиялар, шиғри сәләмдәр ҙә бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Мѳхәмәт ауыл клубы мѳдире Гѳлниса Мансурова иһә концертты күңелле һәм оҫта итеп алып барҙы. Ғәзинур Мостафин кисәне музыкаль яҡтан биҙәне.
Мѳхәмәттәрҙең берҙәмлеге, дәррәүлеге, йыр-моңға маһирлығы барыбыҙҙы ла ихлас һоҡландырҙы. Күңелле, йѳкмәткеле кисә бүләк иткәндәре ѳсѳн Мѳхәмәт ауылы һәүәҫкәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Алһыу МОСТАФИНА.
Әзекәй ауылы.
Читайте нас: