Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2020, 14:20

Бер ай эсендә сит илдән Башҡортостанға 6 меңдән ашыу кеше ҡайтҡан

1 марттан алып сит илдән Башҡортостанға 6 меңдән ашыу кеше ҡайтҡан. Роспотребнадзор төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов хәбәр итеүенсә, уларҙың барыһы ла медицина хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе аҫтында. 28 мартҡа тиклем 2953 кеше тикшерелгән дә инде.

3 меңгә яҡын кеше - Европа илдәренән, 3 меңдән ашыуы Таиланд, Вьетнам, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән ҡайтҡан.
Аэропорттың халыҡ-ара терминалында контроль көсәйтелгән. 28-29 мартта сит илдән рейстар булмаған.
Сит илдән ҡайтҡан граждандарҙың өйҙәренә рейдтар ойошторола. 24-28 мартта 3464 кеше тикшерелгән, 173 карантин режимын боҙоу осрағы теркәлгән һәм 19 протокол төҙөлгән. Изоляцияланыу осоро тамамланғас тағы 60 кеше ошо маҡсаттан саҡырыласаҡ. Уларҙың барыһына ла штраф һалынасаҡ. “Оноторҙар һәм ғәфү итерҙәр тип уйламағыҙ”, - тип киҫәтте был йәһәттән Радий Хәбиров.
Фото: Yandex.fr
Читайте нас: