Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2020, 13:10

Бишенсе сирле - студент

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы раҫланған бишенсе сирле - Францияла белем алған студент. Ул Башҡортостанға 15 мартта ҡайтҡан. Йәш кеше әлеге мәлдә дауаланыу учреждениеһында.

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы раҫланған бишенсе сирле - Францияла белем алған студент. Ул Башҡортостанға 15 мартта ҡайтҡан. Йәш кеше әлеге мәлдә дауаланыу учреждениеһында.
Максим Забелин хәбәр итеүенсә, төбәк стационарҙарында коронавирус шиге менән 97 кеше ята, шуларҙың 16-һы - балиғ булмағандар. Улар изоляцияланған бокстарға урынлаштырылған.
Республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы Анна Казак белдереүенсә, бөгөнгө көндә төбәктә бөтәһе 4293 биоматериал тикшерелгән.
Читайте нас: