Район-ҡалала сит илдән әйләнеп ҡайтҡан граждандарҙың ике аҙналыҡ каратин режимын тотоу бурысын тикшереүгә ҡаланың “Изгелек академияһы” социаль хеҙмәтләндереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән.
Көн һайын үткәрелгән рейд бригадаһында бер социаль хеҙмәткәр һәм полиция вәкиле бар. Академия үҙәге директоры Эльвира Рауил ҡыҙы Ғайсина белдереүенсә, хәүеф төркөмөнә ингән граждандарҙың күпселек өлөшө ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәй һәм өйҙә ултыра. Режимды боҙоусылар ҙа бар: улар йә магазинға сыға йәки башҡа мәшәҡәттәр менән йорттарын ташлап китә. Бындай осраҡта вайымһыҙ кешеләргә ҡарата акт төҙөлә.
Йәнә йәшәү урындары документта бер төрлө теркәлгән, әммә факт буйынса башҡа урында йәшәгән граждандарҙы тап итеү менән бәйле проблемалар бар.
Социаль хеҙмәткәрҙәр битлек һәм бирсәткәләр менән тәьмин ителгән. Улар фатирҙарҙа йәшәгән кешеләр менән домофон йәки ишек аша ғына аралаша. Ә шәхси йорттағылар менән ҡапҡа аша мәғлүмәт алына. Шулай уҡ сит илдән ҡайтҡандарҙың һәр ҡайһыһына мотлаҡ үтәргә тейешле ҡағиҙәләр яҙылған ҡағыҙҙар таратып бирелгән.
Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең бындай сарала ҡатнашыуын ишеткәс, улар хеҙмәтләндереүендә булған оло йәштәге кешеләрҙең ҡайһы берҙәре ҡурҡыуға ҡалған. Уларҙы тынысландырып шуны әйтергә кәрәк, “Изгелек академия”һы хеҙмәткәрҙәре сит илдән ҡайтҡан граждандар менән тура бәйләнешкә инмәй һәм сирҙе таратыусылар төркөмөнә ҡарамай.
Фото: Интернет селтәренән алынды.