Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2020, 13:45

Ҡул биреп күрешмәгеҙ!

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралған ваҡытта ҡул биреп күрешеүҙе туҡтатып тороуҙы тәҡдим итте. Пандемия осоронда бөтә донъяла әлегә сәләмләү формаһынан баш тарталар.

«Мин республикала был осорҙа ҡул биреп сәләмләшеүҙе туҡтатып торорға тәҡдим итәм. Беҙ, әлбиттә, быға күнеккән. Беҙҙең өсөн был кешегә хөрмәт күрһәтеү алымы, ҡул үҙенән-үҙе һуҙыла. Әммә, бер-беребеҙгә хөрмәт йөҙөнән, инфекция тапшырыуҙың иң актив ысулдарының береһен юҡҡа сығарасаҡбыҙ", - тине Радий Фәрит улы.
Фото: chtojdet.ru
Читайте нас: