БӨГӨН, 31 МАРТТА, КИСКЕ СӘҒӘТ 8-ҘӘН БАШҠОРТОСТАНДА ТУЛЫҺЫНСА ҮҘАЛЛЫ ИЗОЛЯЦИЯ РЕЖИМЫ ИНДЕРЕЛӘ.Был хаҡта Радий Хәбиров хәбәр итте. Ул шулай уҡ Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың ике яңы осрағы тураһында белдерҙе.«Студент Франциянан ҡайтҡан, һеңлеһенә йоҡторған», - тип яҙҙы ул.Шул уҡ ваҡытта яҡшы яңылыҡтар ҙа бар. Бөгөн беренсе сирле дауахананан сығарыла, уның һаулығына бер ниндәй ҡурҡыныс янамай.