Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2020, 17:45

Коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймайыҡ!

Муниципаль район хакимиәтендә Иҙел башының коронавирус киҙеүенә әҙерлеге йәһәтенән аҙналыҡ оператив кәңәшмә үтте. Хакимиәт башлығы Андрей Иванюта кәңәшмәне асып, әлеге ваҡытта республикала коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 7 осрағы асыҡланыуын, сирлеләрҙең сит илдән ҡайтыуын иҫкәртте.

Муниципаль район хакимиәтендә Иҙел башының коронавирус киҙеүенә әҙерлеге йәһәтенән аҙналыҡ оператив кәңәшмә үтте. Хакимиәт башлығы Андрей Иванюта кәңәшмәне асып, әлеге ваҡытта республикала коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 7 осрағы асыҡланыуын иҫкәртте.
- Белореттар араһында ла сит илдән ҡайтыусылар етерлек, үкенескә ҡаршы, уларҙың барыһын да контролдә тотоу мөмкин түгел. Бөгөн беҙҙең тарафтан төрлө иҫкәртеү саралары ҡабул ителә, әммә был ғына аҙ. Кешеләр әлеге афаттың масштабын, яҡын-тирәләгеләрҙең ғүмерҙәре өсөн яуаплылыҡты аңлап етмәй. Аралашыуҙарҙы сикләү, хәжәтһеҙ урамға сыҡмау - медицина хеҙмәткәрҙәренә кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарырға мөмкинлек биреү тигән һүҙ.
Комендант сәғәте, дөйөм изоляцияланыу режимы - быларҙың барыһы ла теләһә ҡайһы мәлдә индерелеүе ихтимал. Беҙгә әле үк ҡалаға инеүҙе һәм сығыуҙы сикләү саралары тураһында уйлай башларға кәрәк. Өлкән йәштәгеләргә һәм изоляция режимын үтәүселәргә ярҙам итеү өсөн волонтер бригадалары ойошторола. Ләкин инфекция таралыуға юл ҡуймау, кешеләрҙе ҡотҡарыу - берҙәм эш иткәндә генә тормошҡа ашырыласаҡ. Әгәр был бәләгә яуапһыҙ ҡараһаҡ, карантин режимын үтәмәһәк, уның таралыуын туҡтата алмаясаҡбыҙ, - тине хакимиәт башлығы үҙ сығышында.
Райондың баш табибы Евгений Кустов төйәктең медицина хеҙмәткәрҙәре тарафынан күрелгән саралар тураһында бәйән итте.
- Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, коронавирус йоҡторғандарҙың 40-80 проценты сирҙең башланыуын тоймаған, тик тын алыу ағзаларына күсеп, өҙлөккәс кенә табипҡа мөрәжәғәт иткән. Бөгөнгө көндә беҙҙең территорияла коронавирус шиге менән 6 осраҡ теркәлгән. Бөтөн пациенттар ҙа йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына урынлаштырылды. Кире һөҙөмтәле анализдарҙан һуң, 4-һе хәстәхананан сыҡты, тағы 2 пациент анализ һөҙөмтәһен көтә.
95 кеше карантин режимында. Республика Башлығы Указын ғәмәлләштереп, Белорет Үҙәк район клиник дауаханаһында киҙеүҙең таралыуына юл ҡуймау йәһәтенән оператив штаб булдырылды. Сит илдән ҡайтҡан граждандарҙың өйөнә барып биоматериалдар алыу буйынса иртәнге 8-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем мобиль бригада эшләй. Әлеге мәлдә 93 кешенән биоматериал алынған. Дауаханаларҙа ойошторолған карантин сараларында беҙгә медицина колледжының 4-се курс студенттары ярҙам итә.
Ашығыс ярҙам пункты ла махсус режимда эшләй. Юғары тән температураһы (37,4-тән юғары) йәһәтенән шылтыратыу булғанда, диспетчер тәүҙә эпидемиологик анамнез туплай. Әгәр кеше һуңғы 14 көн эсендә сит илдән ҡайтһа йәиһә сирлеләр менән бәйләнешкә инһә, ул саҡта ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре махсус кейемдә килеп, ауырыуҙы хәстәханаға алып китәсәк.
Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының 3-сө ҡаты, 35 койкаға өҫтәмә рәүештә, COVID 19 шикле 70 кешене һалыу өсөн тулыһынса әҙер. Дауахана аптекаһында вирусҡа ҡаршы препараттар, антибиотиктар, дезинфекциялау саралары, махсус кейемдәр етерлек. Үҙ көсөбөҙ менән хеҙмәткәрҙәргә битлектәр тектерҙек. 30 марттан алып травматология бүлегендә тын алыу ағзалары сирле булғандар өсөн госпиталь ойошторолдо. Травматология бүлеге үҙәк корпустың 3-сө ҡатына күсерелде. Компьютер томографияһы һәм МРТ амбулатор шарттарҙа тик яман шеш шиге булғандарға ғына эшләнәсәк. Әлеге ваҡытта терапия һәм педиатрияның көндөҙгө стационарҙары ябыҡ. Тын алыу органдары хроник сиргә дусар пациенттар элекке көндөҙгө стационарға йүнәлтелә.
Шуны иҫкәрткем килә: рәсми мәғлүмәттәр буйынса, илдең яртыһы тиерлек ошо вирус менән сирләйәсәк. Коронавирус беҙҙе лә урап үтмәйәсәк. Бөтөн карантин сараларын мотлаҡ үтәргә кәрәк! Ҡытайҙар сиргә бәйле хәлде тик ошо арҡылы ғына ҡулға алды, - тине райондың баш табибы.
Бөгөн, 31 март иртәһендә, Рәсәйҙең 26 төбәгендә тулыһынса үҙ аллы изоляция режимы индерелде.
Бынан алда ошондай сикләүҙәр Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә индерелгәйне. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-минстры Михаил Мишустин ошо уҡ сараларҙы башҡа төбәктәрҙә лә ҡулланыуҙы кәңәш итте.
Тулыһынса изоляцияланыу режимын Башҡортостанда ла индерәсәктәр. Республика Башлығы Радий Хәбиров был йәһәттән муниципалитет башлыҡтарына һәм республика Хөкүмәте ағзаларына әҙерлек алып барырға, һәр яҡлап уйларға, ресурстар тупларға бойорҙо.
Фото: А. Иванютаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Читайте нас: