Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2020, 17:55

Ләйсән һауыҡты

Башҡортостанда коронавирус диагнозы ыңғай һөҙөмтә биргән тәүге пациент дауахананан сыҡты.

Башҡортостанда коронавирус диагнозы ыңғай һөҙөмтә биргән тәүге пациент дауахананан сыҡты.
Дүртөйлөлә йәшәүсе 35 йәшлек Ләйсән Хакова һәм уның 50 йәшлек апайы Филиә коронавирус инфекцияһы менән Европала круиз лайнерында ял иткәндә зарарланғайны. 15 мартта апалы-һеңле Башҡортостанға ҡайтты һәм шунда уҡ үҙаллы изоляцияға китте. Тик анализдар уларның зарарланған булыуын күрһәтте. Ләйсән менән Филиәне Өфөнөң 4-се дауаханаһына һалдылар. 31 мартта Ләйсән дауахананан сыҡты, апайы әле дауаланыуын дауам итә.
Ләйсән хәлен белешеп торған һәр кемгә, шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдерҙе.
Сығанаҡ, фото: Башинформ.
Читайте нас: