Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2020, 13:15

Рәсәй Почтаһы нисек эшләйәсәк?

Яңы коронавирус киҙеүенә бәйле киҫкен шарттарҙа, клиенттарҙың почта бүлексәләренә йөрөүен кәметеү һәм почта хеҙмәткәрҙәренең, килеүселәрҙең инфекция йоҡтороу ҡурҡынысын булдырмаҫ өсөн Рәсәй Почтаһы 30 марттан 3 апрелгә тиклем махсус режимда эшләй.

Яңы коронавирус киҙеүенә бәйле киҫкен шарттарҙа, клиенттарҙың почта бүлексәләренә йөрөүен кәметеү һәм почта хеҙмәткәрҙәренең, килеүселәрҙең инфекция йоҡтороу ҡурҡынысын булдырмаҫ өсөн Рәсәй Почтаһы 30 марттан 3 апрелгә тиклем махсус режимда эшләй.
30 марттан 1 апрелгә тиклем республиканың барлыҡ почта бүлексәләре клиенттар өсөн ябыҡ буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта пенсия, пособие һәм почта аша ебәрелгән нәмәләрҙе сорттарға айырыу, ташыу, алып килеү ғәҙәти режимда ғәмәлгә ашырыласаҡ. Кесаҙна һәм йома (2 һәм 3 апрель) почта бүлексәләре был көндәргә ярашлы график буйынса эшләйәсәк. Пенсиялар һәм пособиелар ваҡытында таратыласаҡ.
Бынан тыш, Рәсәй Почтаһы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте менән берлектә, почта аша ебәрелгән әйберҙәрҙең бүлексәләрҙә һаҡлау ваҡытын 30 көндән 60 көнгәсә оҙайтыу мәсьәләһен хәл итә. Был кешеләр киҙеү осоро тамамланғансы тыныс ҡына өйҙәрендә ултырһын тигән маҡсатта эшләнә. РФ Хөкүмәте сайтында урынлаштырылған аңлатма материалдар буйынса, Рәсәй Почтаһы өҙлөкһөҙ эшләүсе ойошмалар рәтендә. Был иһә компания эшмәкәрлеген тулыһынса туҡтата алмаясаҡ тигән һүҙ. Шуның өсөн килеп тыуған ҡатмарлы шарттарҙа федераль почта операторының төп бурыстарының береһе – почта хеҙмәте менән тәьмин итеү.
Ошоға бәйле Рәсәй Почтаһы ҡәтғи рәүештә клиенттарға компанияның һанлы сервистары менән ҡулланырға кәңәш итә һәм пенсия, социаль пособие кеүек түләүҙәрҙе, посылка, хат килтереү, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе өйҙән сыҡмайынса хәл итеү мөмкинлеге тураһында иҫкәртә. Шуның өсөн хеҙмәткәрҙәр посылка-хаттарҙы эшкәртеүен дауам ҡыла һәм халыҡҡа һәр йәһәттән дә үҙ хеҙмәтен күрһәтергә әҙер.
Фото: Zen.yandex.ru
Читайте нас: