Бөгөн, 31 март иртәһендә, Рәсәйҙең 26 төбәгендә граждандарҙың тулыһынса үҙ аллы изоляция режимы индерелде. Был сара коронавирус инфекцияһы таралыуын сикләү өсөн эшләнә.
Бынан алда ошондай сикләүҙәр Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә индерелгәйне. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-минстры Михаил Мишустин ошо уҡ сараларҙы башҡа төбәктәрҙә лә ҡулланыуҙы кәңәш иттте.
“Стопкоронавирус.рф” сайты хәбәр итеүенсә, 30 марттың кисендә Адыгей, Коми, Марий Эл, Татарстан, (Саха)Яҡут, Чечня, Сыуаш республикаларының, Архангел, Вологда, Иркутск, Калининград, Мурманск, Новгород, Липецк, Рязань, Свердловск, Ульяновск, Белгород, Волгоград, Курск, Түбәнге Новгород һәм Һарытау өлкәләренең, шулай уҡ Санкт-Петербург ҡалаһының һәм Ленинград өлкәһенең үҙ аллы изоляция режимына күсеүе мәғлүм булды.
Дөйөм үҙ аллы изоляция режимын раҫлаған указға ярашлы, граждандар киҫкен ихтыяж булмаһа, йорттарынан сығырға тейеш түгел. Түбәндәге сәбәптәр булғанда ғына урамға сығырға мөмкин:
Ашығыс медицина ярҙамы талап ителгәндә, ғүмергә һәм сәләмәтлеккә хәүеф янағанда;
Эшкә барыу талап ителгәндә;
Йорт хайуандарын урамға сығарырға кәрәкһә (йорттан 100 метрҙан ары китергә ярамай);
Магазинға йә дарыуханаға барғанда.
Ошо уҡ режимды Башҡортостанда ла индерәсәктәр. Республика Башлығы Радий Хәбиров был йәһәттән муниципалитет башлыҡтарына һәм республика Хөкүмәте ағзаларына әҙерлек алып барырға, һәр яҡлап уйларға, ресурстар тупларға бойорҙо.