Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2020, 00:10

Аутизм. Сәйер сир.

Апрель - аутизм тураһында мәғлүмәт таратыу буйынса халыҡ-ара айлыҡ.Аутизм тип бала саҡтан килгән психик ауырыуҙы атайҙар. Уның сәбәбе - нервы системаһының эшмәкәрлеге һәм үҫеше боҙолоуы.Аутизмға дусарҙарҙа когнитив һәләттәрҙең һаҡланыуы йә түбән булыуы ихтимал – барыһы ла сирҙең формаһына һәм ҡатылығына бәйле. Уның характерлы билдәләре – бер үк хәрәкәттәрҙе ҡабатлау, телмәр үҫешенең тотҡарланыуы йәки һүҙҙәрҙе үҙенсәлекле ҡулланыу.

Апрель - аутизм тураһында мәғлүмәт таратыу буйынса халыҡ-ара айлыҡ.
Аутизм тип бала саҡтан килгән психик ауырыуҙы атайҙар. Уның сәбәбе - нервы системаһының эшмәкәрлеге һәм үҫеше боҙолоуы.
Аутизмға дусарҙарҙа когнитив һәләттәрҙең һаҡланыуы йә түбән булыуы ихтимал – барыһы ла сирҙең формаһына һәм ҡатылығына бәйле. Уның характерлы билдәләре – бер үк хәрәкәттәрҙе ҡабатлау, телмәр үҫешенең тотҡарланыуы йәки һүҙҙәрҙе үҙенсәлекле ҡулланыу.
Рәсәйҙә аутизм менән яфаланған балалар тәрбиәләгән атай-әсәйҙәр һәм уларҙың яҡындары сауҙа эшмәкәрлеге алып бармаған ойошмалар төҙөп, “Аутизм-Регионы” тигән Ассоциацияға берләшкән. Уларҙың маҡсаты - илдә балаларына лайыҡлы киләсәк тәьмин итеү. “Аутизм - Регионы” Ассоциацияһы Рәсәйҙең 22 төбәгенән 46 ойошманы берләштергән.
Башҡортостандан “Рассвет” автоном коммерция булмаған ойошма ла ошо берләшмәлә. Ул Өфө ҡалаһының Менделеев урамы, 173-сө йорт, 208-се фатирҙа урынлашҡан, телефоны: +7 905 309 42 18; +7 917 345 48 35.
Ассоциация аутизм диагнозлы кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау, уларға инклюзив белем алырға, артабан эшкә урынлашырға ярҙам итеү кеүек эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Ҡулланылған ысулдар фәнгә һәм эмпирик дәлилдәргә нигеҙләнгән. Берләшмә илдә аутист кешеләргә ярҙам һөҙөмтәле һәм шул уҡ ваҡытта түләүһеҙ ҙә булһын өсөн тырыша.
“Аутизм-Регионы” Ассоциацияһының эшмәкәрлеге менән https://autismregions.ru сайтында һәм https://www.facebook.com/autismregions/
https://vk.com/club174296278 социаль селтәрҙәрендә танышырға мөмкин.
Фото: Ok.ru
Читайте нас: