Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2020, 14:55

Беҙ хайуандарҙы яҡлай аласаҡбыҙ!

Рәсәйҙә бөгөн 40 млн. – бесәй, 23 млн. берәҙәк эт иҫәпләнә. Улар көн һайын һыуыҡтан, аслыҡтан, кеше рәхимһеҙлегенән, ҡатылығынан яфа сигә.

Рәсәйҙә бөгөн 40 млн. – бесәй, 23 млн. берәҙәк эт иҫәпләнә. Улар көн һайын һыуыҡтан, аслыҡтан, кеше рәхимһеҙлегенән, ҡатылығынан яфа сигә.
Ә беҙҙең Конституцияла әлегә тиклем хайуандар тураһында бер һүҙ ҙә юҡ. Тормошта бар, ә рәсми ҡағыҙҙарҙа улар тураһында бер кем дә иҫләмәй. Ҡырағай йәнлектәр браконьерҙарҙан зыян күрә. Бөтә ил ирекмәндәре хайуандарҙы ҡотҡара, әммә уларға ла ярҙам кәрәк, сөнки мөмкинлектәр сикләнгән. Уларҙы тотоу өсөн биналар етешмәй, йә иһә бөтөнләй юҡ, сығымдар күп талап ителә.
Конституцияға өҫтәүҙәр – ҡырағай, ауыл хужалығы, ҡала һәм лаборатор хайуандарҙы яҡлаясаҡ. Был ирекмәндәрҙең рәсми статусын һәм дәүләт ярҙамын нығытасаҡ. Төҙәтеүҙәр Рәсәйҙе хайуандарға ҡарата иң мәрхәмәтле ил итәсәк.
Фото: besarab.su
https://yadi.sk/d/X_iuzrhi03-KZQ
Читайте нас: