Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2020, 15:20

Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан - 25 мең һум

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан, Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе айырым граждандар категорияһына бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында” тигән Указға ҡул ҡуйҙы. Һүҙ Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары һәм инвалидтары, тыл эшсәндәре, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың (вафат булған) ғаилә ағзалары тураһында бара.

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтарына, Икенсе Бөтөн донъя һуғышы осоронда элекке балиғ булмаған концлагерь, гетто һәм башҡа мәжбүри тотоу урындары әсирҙәренә республика бюджетынан бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙамдың күләме – 25 000 һум, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған (вафат булған) ҡатнашыусыларҙың (инвалидтарҙың) ғаилә ағзаларына һәм дәһшәтле йылдарҙа 6 айҙан да кәм булмаған хеҙмәт стажлы шәхестәргә иһә 5 000 һум түләнәсәк.
Ветерандарҙың был категорияһы бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе 2020 йылдың апрель-май айҙарында аласаҡ.
Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Указына ярашлы, Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл эшсәндәре федераль бюджеттан 75 000 һәм 50 000 һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған матди ярҙам да аласаҡ.
Шуныһы мөһим: әлеге түләүҙәр Рәсәй Пенсия фонды тарафынан формалаштырылған мәғлүмәттәр буйынса ғәмәлгә ашырыласаҡ, уның линияһы буйынса 75 000 һәм 50 000 һум күләмендә федераль түләүҙәр башҡарыласаҡ. Республика Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең юбилейы уңайынан ветерандарға төбәк түләүҙәрен (25 000 һәм 5 000 һум) ғәмәлләштерәсәк.
Бөгөнгө көндә республикала Бөтөн донъя һуғышында ҡатнашыусы 738 яугир һәм 285 инвалид, 99 элекке балиғ булмаған концлагерь тотҡоно, 98 блокадалы Ленинград йәшәүсеһе, 20 320 тыл эшсәне һәм һәләк булған ветерандарҙың 7 912 ғаилә ағзаһы йәшәй.
Фото: Vnru.ru
Читайте нас: