Башҡортостан биләмәһендә, шул иҫәптән һырахана, кафе һәм ресторандарҙа 18.00 сәғәттән иртәнге 10.00 сәғәткә тиклем алкоголь һатыу сикләнә.
Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.Башҡортостан Башлығы Указы буйынса, алкоголде тыйыу 2 апрелдән “Юғары әҙерлек тәртибе” тамамланғанға тиклем ғәмәлдә була.